8 декабрь, Кесе йома

15 май 2012 йыл, 11:03

Өфөлә төҙөлөш өлкәһендә хаҡ яһалышы мәсьәләләренә арналған семинар үткәрелә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

16 майҙа БР буйынса Төбәк төҙөлөштә хаҡтар яһалышы үҙәге менән берлектә Башҡортостандың Төҙөлөш һәм архитектура буйынса дәүләт комитеты төҙөлөш тармағында хаҡтар яһалышы кеүек көнүҙәк мәсьәләләр буйынса Өфөлә бушлай семинар үткәрә. Ул төҙөлөш тармағы предприятиелары етәкселәре һәм белгестәре, инвесторҙар һәм тармаҡ бүлексәләре өсөн тәғәйенләнгән.

«Башкиргражданпроект» проектлау институтының ҙур залында үтәсәк семинарҙа республиканың территориаль смета-норматив базаһындағы үҙгәрештәрҙең ғәмәлгә индерелеүе, смета документацияһына экспертиза, контракт хаҡын формалаштырыу тәртибе һәм башҡа мәсьәләләр ҡараласаҡ.

Сараны ойоштороусылар әйтеүенсә, семинарҙа профилле ведомство һәм предприятие вәкилдәренең докладтары ла планлаштырылған.