8 декабрь, Кесе йома

15 май 2012 йыл, 10:43

«АльстомРусГидроЭнерджи» Өфөлә завод төҙөй башланы

автор: Ғәлиә Нәбиева | фото: Андрей Старостин

Кисә Өфөлә гидротехник ҡоролмалар етештереү буйынса завод төҙөлә башланы. Был Башҡортостандағы энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары технопаркының тәүге предприятиеһы. Предприятиеға нигеҙ ташы һалыу тантанаһында Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Сечин, Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов, «РусГидро» идараһы рәйесе Евгений Дод һәм «Альстом» компанияһының яңынан тергеҙелә торған энергетика секторы президенты Жером Пекресс ҡатнашты.

Проект презентацияһын «РусГидро» идараһы рәйесенең тулы хоҡуҡлы вәкиле Александр Кушвид һәм «Альстом» компанияһының Рәсәйҙәге вәкиллеге башлығы Андрей Лавриненко үткәрҙе. Яңы завод бәләкәй һәм урта гидроэлектростанциялар өсөн ҡорамалдар етештерәсәк.

2014 йылда – беренсе продукция сығарыласаҡ, ә 2016 йылда предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ, тип көтөлә.

Проекттың үҙенсәлеге производствоның Өфөлә урынлашыуынан тыш, «Альстом» компанияһының Рәсәйҙе заманса технологиялар менән тәьмин итеүендә лә. Йылына ике тапҡыр ноу-хау исемлеге тулыландырылып торасаҡ.

Яңы производство төҙөлөшөнә яҡынса 100 миллион евро тотоноу планлаштырыла. Завод барлыҡ экологик талаптарға ярашлы төҙөләсәк.

Бынан тыш республикала өҫтәмә эш урындары булдырыласаҡ, предприятиеға инженерҙар республиканың техник юғары уҡыу йорттарын тамамлаусылар араһынан һайланасаҡ. Төҙөлөп ятҡан завод хеҙмәткәрҙәренә белем биреүгә генә 134 миллион һум бүленгән.

— Бөгөн – Рәсәй энергетикаһы һәм Башҡортостан өсөн мөһим ваҡиға, — тип билдәләне Игорь Сечин предприятиеға нигеҙ ташы һалыу тантанаһында. – Яңы производство йөҙөндә Рәсәй йәнә бер заманса ойошмаға эйә буласаҡ һәм БДБ илдәрендә генә түгел, өсөнсө илдәр баҙарында ла лайыҡлы урын аласаҡ. Был Рәсәй энергетикаһына етди импульс бирәсәк.

Республика башлығы предприятие төҙөү өсөн урындың уңышлы һайланыуын билдәләне.

— Был проект беҙҙең илдә генә түгел, донъя кимәлендә лә иҡтисади йәһәттән һөҙөмтәле, мөһим, кәрәкле булһын өсөн республика бар көсөн һаласаҡ. Предприятие өсөн бөтә уңайлыҡтар булдырасаҡбыҙ, һалымдар буйынса ташламалар менән тәьмин итәсәкбеҙ, — тине Башҡортостан Президенты.

Рөстәм Хәмитов республиканың кадрҙар йәһәтенән яҡшы компетенцияларға эйә булыуын билдәләне. Алдынғы вуздар авиатөҙөлөш, энергетика, машиналар эшләү, компьютер технологиялары өсөн белгестәр әҙерләй. Был мөмкинлектәр әлеге предприятие төҙөүҙә файҙаланыласаҡ.

Башҡортостан Президенты Франциянан республикаға эшкә килгән белгестәр өсөн лайыҡлы мәҙәни мөхит булдырыласағын билдәләне.

Проект презентацияһы тамамланғас, Игорь Сечин менән Рөстәм Хәмитов республиканың эре предприятиеларының береһе — Өфө трансформатор заводына юлланды.