10 декабрь, Шәмбе

15 май 2012 йыл, 10:06

Рөстәм Хәмитов зыян күргән бөтә Урман халҡына компенсация түләүҙе талап итте

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова | фото: Олег Яровиков

Кисә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов Республика Йортонда Иглин районы Урман ауылы халҡының проблемаларына арналған кәңәшмә үткәрҙе. Һөйләшеүҙә БР Ведомство-ара йәмәғәт именлеге советы секретары Марат Мәһәҙиев, БР Хөкүмәте Премьер-министры урынбаҫары Сергей Афонин һәм Иглин районы хакимиәте башлығы Рафиҡ Мусин ҡатнашты.

— Иглин районындағы ғәҙәттән тыш хәл бер йыл самаһы элек булды. Был ваҡиғаның эҙемтәләрен бөтөрөү өҫтөндә ныҡ ҡына эшләнек. Республика быға ярайһы ҙур ресурстар —300-400 миллион һум тиерлек аҡса тотондо. Шартлауҙар һөҙөмтәһендә ятаҡтарға эләккән кешеләрҙе тиҙ арала матур йорттарға күсереүгә, уларға сифатлы торлаҡ төҙөүгә өлгәштек. Мәктәпте тергеҙҙек, балалар баҡсаһын ремонтланыҡ, эргә-тирәһен төҙөкләндерҙек, ҡаҙанлыҡ төҙөнөк, башҡа эштәр башҡарҙыҡ, йәғни сығымдар ярайһы күп булды. Ләкин шул уҡ мәлдә ҡайһы бер кешеләрҙең власть органдарына —муниципаль, республика, һәм федераль власҡа ла дәғүәләре булыуы асыҡланды. Миңә был хәл аңлашылып бөтмәй — бында тағы ниндәй хәлдәр булырға тейеш, улар нимәгә бәйле, әгәр яңылышлыҡтар булған икән, уларҙы кем ебәргән, йәки был саманан тыш, урынһыҙ талаптармы. Бөгөн беҙ быны асыҡларға тейешбеҙ, — тип мөрәжәғәт итте һөйләшеүҙә ҡатнашыусыларға республика Президенты.

— Ғәмәлдәге ҡануниәткә ярашлы, муниципаль һәм республика власы органдары үҙ бурысын тулыһынса үтәне, — тип белдерҙе Марат Мәһәҙиев һәм аныҡ һандар килтерҙе.

Ғәҙәттән тыш хәлдең эҙемтәләрен бөтөрөүгә бәйле төрлө сараларға — 339 млн һум,  шул иҫәптән ҡасаба халҡына компенсация түләүгә 37 млн һум йүнәлтелгән.

— Бер кешегә кәмендә 10, иң күбендә 50 мең һум иҫәбенән бер тапҡыр финанс ярҙамы күрһәтеүгә 8,5 миллион һум аҡса бүленде – был ярҙамды 1208 граждан алды; беренсе ихтыяждағы мөлкәтен өлөшләтә юғалтҡан ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеүгә һәр ғаилә ағзаһына 50 мең һум иҫәбенән 16 миллион 950 мең һум йүнәлтелде — был 98 ғаиләнән 347 кеше. Мөлкәтен тулыһынса юғалтҡан ғаиләләргә финанс ярҙамы күрһәтеүгә һәр ғаилә ағзаһына 100 мең һум иҫәбенән тағы 10 миллион 100 мең һум  бүленде – был 39 ғаиләнән 101 кеше, — тип хәбәр итте Марат Мәһәҙиев.

Әммә компенсацияларға дәғүә итеүселәрҙән һаман ғаризалар килә. Әлеге ваҡытта, Рафиҡ Мусин әйтеүенсә, ошондай 700-ҙән ашыу ғариза бар. Халыҡ һораған компенсацияларҙың дөйөм суммаһы 100 млн һумдан ашып китә.

Иглин районы хакимиәте башлығы һүҙҙәренсә, билдәләнгән тәртипкә ярашлы, ғәҙәттән тыш хәлдән һуң ойошторолған махсус комиссия тарафынан компенсацияға дәғүә итеүселәрҙән ғаризалар бер ай дауамында ҡабул ителгән. Был арала 650-нән ашыу ғариза бирелгән, федераль үҙәк уларҙың 128-ен генә хуплаған. Хакимиәт башлығы билдәләүенсә, компенсация түләүҙән баш тартыуға ғариза биреүселәрҙең Урманда теркәлмәүе төп сәбәп булған.

— Һеҙ — район халҡының мәнфәғәтен күҙәтеүсе, ауыл халҡы мөмкин тиклем күберәк компенсация алһын өсөн бөтәһен дә эшләргә тейеш инегеҙ, — тип билдәләне Рөстәм Хәмитов.

Республика башлығы билдәләүенсә, әгәр ғариза биргән кешеләрҙең Урманда милке булып, уға килтерелгән зыян документтар менән раҫланған икән, ауылда теркәлеү-теркәлмәүҙең бында ҡыҫылышы юҡ.

Президент район башлығы алдында быға законлы нигеҙе булғандарҙың барыһына ла компенсация түләү өсөн аҡса табыу бурысын ҡуйҙы. Уның урындағы бюджет средстволары булыуы ла ихтимал.