9 декабрь, Йома

15 май 2012 йыл, 9:29

Баш ҡалала Владимир Кашулинский иҫтәлегенә теннис турниры үтте

автор: Дмитрий Слезин

Өфөлә Николай Гастелло исемендәге стадионда юниорҙар араһында Владимир Кашулинский иҫтәлегенә арналған коляскала теннис буйынса өсөнсө турнир үтте.

Турнирҙа туғыҙ инвалид бала ҡатнашты, уларҙың дүртәүһе Халыҡ-ара теннис федерацияһы рейтингына инә һәм Рәсәй беренселектәре чемпиондары һәм призерҙары булып тора.

Турнир финалында Илдус Шәйхисламов Артур Сәйетгәрәевты 7:6, 7:5 иҫәбе менән еңде.

Өсөнсө урынға, Николай Даниловты 6:3, 6:4 иҫәбе менән еңеп, Альберт Скворцов сыҡты.