3 декабрь, Шәмбе

14 май 2012 йыл, 18:00

Өфөгә Рәсәй Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Сечин килде

автор: "Башинформ"

14 майҙа эш сәфәре барышында Башҡортостанға Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәте рәйесе урынбаҫары вазифаһын ваҡытлыса башҡарыусы Игорь Сечин килде. Өфө аэропортында уны республика Президенты Рөстәм Хәмитов ҡаршы алды.

Өфөлә Игорь Сечин Рәсәй менән Францияның берлектәге гидротехник ҡоролмалар етештереү буйынса «АльстомРусГидроЭнерджи» заводына нигеҙ ташы һалыу тантанһында ҡатнашты, тип хәбәр иттеләр төбәк башлығының матбуғат хеҙмәтенән.

«АльстомРусГидроЭнерджи» предприятиеһы Өфө районында, «Өфө – Аэропорт» юлынан уң яҡта урынлашасаҡ. Уның төҙөлөшөнә яҡынса 100 миллион евро тотоноу планлаштырыла. 2014 йылда – беренсе продукция сығарыласаҡ, ә 2016 йылда предприятие тулы ҡеүәтенә эшләй башлаясаҡ, тип көтөлә. Завод нигеҙендә, 68 гектар майҙанда, энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары технопаркы булдырыласаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, «ЭСК РусГидро» асыҡ акционерҙар йәмғиәте, Башҡортостан Хөкүмәте һәм «Внешэкономбанк» дәүләт корпорацияһы араһында был проектты тормошҡа ашырыу буйынса килешеп эш итеү тураһындағы меморандумға 2011 йылдың 17 февралендә ҡул ҡуйылғайны.