8 декабрь, Кесе йома

14 май 2012 йыл, 16:52

Башҡортостанда ипотека кредиттары суммаһының ике тапҡырға артыуы теркәлгән

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Башҡортостанда ипотека кредитлауы сегментында ике тапҡыр үҫеш теркәлгән. 2012 йылдың ғинуарынан мартҡа тиклем республика халҡына 4,2 млрд һум суммаһына 4497 ипотека кредиты бирелгән: 2011 йылдағы ошо уҡ осор менән сағыштырғанда 2,1 һәм 2,2 тапҡырға үҫеш теркәлде, тип беренсе квартал йомғаҡтарын әйтеп ишеттерҙеләр БР Милли банкында.

Халыҡҡа бирелгән дөйөм торлаҡ кредиттарының иҫәбе 5329 берәмекте тәшкил итә, уларҙың дөйөм күләме 4,5 млрд һумға тиң, был да уҙған йылдағы күрһәткестәрҙән 1,6 һәм 1,8 тапҡырға күберәк.

— 2012 йылдың 1 апреленә ҡарата Рәсәй Федерацияһының кредит ойошмалары менән Башҡортостан Республикаһының физик шәхестәренә бирелгән торлаҡ кредиттары буйынса бурыс – 36,9 млрд, шул иҫәптән ипотека торлаҡ кредиттары буйынса 29,8 млрд һумды тәшкил иткән, — тип өҫтәнеләр Милли банктың матбуғат хеҙмәтендә.