9 декабрь, Йома

14 май 2012 йыл, 15:49

Өфө уҡыусыһы химия буйынса Халыҡ-ара олимпиаданың көмөш призеры булды

автор: Эльмира Сабирова

Өфөләге 114-се урта мәктәптең ун беренсе класс уҡыусыһы Андрей Уткин Астана ҡалаһында (Ҡаҙағстан Республикаһы) үткән химия буйынса 46 Мәктәп уҡыусыларының халыҡ-ара Менделеев олимпиадаһында көмөш миҙал яуланы. Был хаҡта Башҡортостан Республикаһының Мәғариф министрлығынан хәбәр иттеләр.

Бәйгелә 18 ил — Әзербайжан, Беларусь, Болгария, Ҡырғыҙстан, Литва, Македония, Молдова, Эстония, Рәсәй, Тажикстан, Төркмәнстан, Үзбәкстан, Украина, Венгрия, Грузия, Төркиә, Франция һәм Ҡаҙағстандан 112 йәш химик ҡатнашты, тип асыҡланылар ведомствонан.

Олимпиада өс турҙа үткәрелде. М.В.Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университеты, Донецк милли университеты, Белоруссия дәүләт университеты, Коперник исемендәге университет, «Назарбаев Университет» автономиялы мәғариф ойошмаһы һәм Әл-Фараби исемендәге Ҡаҙағстан милли университетының күренекле ғалимдары бәйгелә ҡатнашыусыларҙың белеменә баһа бирҙе.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, Андрей Уткин шулай уҡ 2012 йылғы Бөтә Рәсәй мәктәп уҡыусылары олимпиадаһының аҙаҡҡы этабы призеры ла булғайны.