8 декабрь, Кесе йома

14 май 2012 йыл, 15:44

Күгәрсен районында пионерҙар слеты үткәрелә

автор: Марина Шумилова

Пионерҙар ойошмаһының 90 йыллығы алдынан, 18 майҙа, Күгәрсен район үҙәге Мораҡта пионерҙар слеты үткәрелә, унда 300-ҙән ашыу бала Башҡортостан пионерҙары сафына алынасаҡ.

Пионерҙар үҙҙәренең райондағы эшмәкәрлегенә йомғаҡ яһаясаҡ, ойошмаға ингән яңы ағзалар менән киләсәккә пландары, уй-фекерҙәре менән уртаҡлашасаҡ. Ветерандар менән йәш пионерҙар В.И.Ленин һәйкәленә сәскәләр һалырға ла ниәтләй. Слет район мәҙәниәт һарайында Күгәрсен районының үҙешмәкәр коллективтары әҙерләгән  концерт менән тамамланасаҡ.