Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42 ↓

EUR 61.86 ↑

25 март, Шәмбе

Уфа   °

Баш ҡалала республиканың иң «айыҡ» ауылдары иғлан ителәсәк

Сәйәсәт

20 майҙа Өфөнөң Конгресс-холында «Айыҡ ауыл» республика конкурсының гала-концерты үтә, унда 2011 йыл һөҙөмтәләре буйынса Башҡортостандың «айыҡ» ауылдары вәкилдәре наградлана. Сараны ойоштороусылар булып республика Хөкүмәте һәм Башҡортостан юлдаш телевидениеһы ярҙамында Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы Башҡарма комитеты һәм «Айыҡ Башҡортостан» төбәк йәмәғәт хәрәкәте сығыш яһай.

Тантаналы сара барышында конкурста ҡатнашыусы иң яҡшы ауыл биләмәләре, журналистар, муниципалитеттар, активистар билдәләнәсәк. Гала-концертта «Айыҡ ауыл-2012» конкурсына старт биреләсәк.

Программаны популяр башҡарыусылар – Роберт Юлдашев, Дмитрий Баринов, Ян Лира, «Арғымаҡ» һәм «Ирәндек» ансамблдәренең сығыштары биҙәйәсәк.

Сара сиктәрендә конкурсты ойоштороусылар һәм еңеүселәр менән матбуғат конференцияһы үткәрелә. Конгресс-холл фойеһында милли ризыҡтарҙан ауыҙ итеү ойошторола.

Матбуғат конференцияһы – 14 сәғәттә, тантаналы сара 15 сәғәттә башлана.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть