7 декабрь, Шаршамбы

14 май 2012 йыл, 14:41

Өфөлә рәсми рәүештә һигеҙ мең эшһеҙ иҫәпләнә

автор: Галина Бахшиева

Әлеге ваҡытта Өфөлә рәсми рәүештә һигеҙ меңдән аҙ ғына ашыуыраҡ эшһеҙ иҫәпләнә. Эшһеҙлек кимәле ҡалала 1,44 процент тәшкил итә.

«Башинформ» агентлығына Башҡортостан баш ҡалаһының Халыҡ мәшғүллеге үҙәгенән хәбәр итеүҙәренсә, йыл башынан алып Өфөнөң эш биреүселәре 44600 вакантлы урын тураһында мәғлүмәт биргән. Бөгөнгө көндә вакансиялар банкында 21100 буш эш урыны тураһында мәғлүмәт бар.

Баш ҡаланың хеҙмәт баҙарында көсөргәнешлек коэффициенты әлеге ваҡытта 0,4 тәшкил итә.

2012 йылдың башынан Өфөнөң Халыҡ мәшғүллеге хеҙмәте йәмғеһе 7200-гә яҡын кешене эшкә урынлаштырған. 6600-ҙән ашыу кеше иҫәптән төшкән. Был ваҡыт эсендә яҡынса 5900 өфөлө эшһеҙ тип танылған.