Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.33 ↑

EUR 67.45 ↓

18 октябрь, Шаршамбы

Уфа   °

Башпедуниверситет Польша менән хеҙмәттәшлек итеү тураһындағы килешеүгә ҡул ҡуясаҡ

Йәмғиәт

Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре сиктәрендә 14 майҙа М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының Филологик белем биреү һәм мәҙәниәт-ара коммуникациялар институтында  БДПУ, Башҡортостан Республикаһының поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәге һәм Олецко ҡалаһы хакимиәте араһындағы өс яҡлы килешеүгә ҡул ҡуйыу тантанаһы үтәсәк.

Килешеү мәғариф өлкәһендәге хеҙмәттәшлекте үҫтереүҙе, шул иҫәптән мәғлүмәт, уҡыу һәм методик әсбаптар менән алмашыуҙы, берлектәге мәғариф проекттарын тормошҡа ашырыуҙы, конференциялар һәм семинарҙар ойоштороуҙы күҙ уңында тота.

Юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгендә хәбәр итүҙәренсә, был көндө БДПУ-ла поляк теле һәм мәҙәниәте кабинеты асыласаҡ һәм Олецко (Польша Республикаһы) мәктәбе уҡытыусылары менән осрашыу үтәсәк. БДПУ-ла аныҡлауҙарынса, кабинет университеттың, Поляк мәҙәниәте үҙәгенең һәм Олецко хакимиәтенең берлектәге инициативаһы буйынса ойошторола.

Был — вуздағы берҙән-бер үҙәк түгел. Бында электән И.Гёте, К.Дмитриев, М.Аҡмулла исемендәге, франкофония, татар теле, Иран мәҙәниәте һәм башҡа кабинеттар уңышлы эшләп килә. Махсус фәнни-белем биреү үҙәктәрен булдырып, ошо рәүешле университет халыҡ-ара мөнәсәбәттәрҙе үҫтереү һәм милләт-ара бәйләнештәрҙе нығытыу юлынан бара.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть