10 декабрь, Шәмбе

14 май 2012 йыл, 13:21

Өфөлә «АвтоСалон-2012» асылды

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

Бөгөн Өфөлә «АвтоСалон. АвтоТехСервис. УралТранс» күргәҙмәһе асылды. Сара республиканың Транспорт һәм юл хужалығы буйынса дәүләт комитеты һәм БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы ярҙамында үткәрелә.

Йолаға әүерелгән халыҡ-ара масштабтағы автофорум республикала 18-се тапҡыр үткәрелә. Быйыл йөк һәм еңел автотранспорт, махсус техника, автосервис ҡорамалдары һәм материалдары, логистика, транспорт-экспедиция хеҙмәттәре экспозицияһы «Өфө-Арена» спорткомплексында урын алды.

Параллель рәүештә ошонда уҡ юлдар төҙөү һәм коммуналь эштәр өсөн машиналар, механизмдар, ҡорамалдар, технологиялар һәм материалдарҙың «Юл-төҙөлөшө технологиялары. Махсус техника» III төбәк-ара махсуслаштырылған күргәҙмәһе һәм катерҙар, кәмәләр, кәмә моторҙары, һыуҙа ял итеү өсөн аксессуарҙарҙың «Катер һәм кәмәләр» II төбәк-ара күргәҙмәһе лә эшләй.

Күргәҙмәләр үҙ эшен 17 майҙа тамамлай.

темалар: күргәҙмәләр