Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47

EUR 60.45

27 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Банк бүлексәләре иҫәбе буйынса Башҡортостан алдынғы биш төбәк исемлегендә

Иҡтисад

Банк бүлексәләре иҫәбе буйынса Башҡортостан Рәсәйҙең алдынғы биш төбәге исемлегенә инде. Волга буйы федераль округы субъекттары араһында республика икенсе урын биләй. БР Милли банкы бөгөн банк секторының 2012 йылдың беренсе кварталындағы эшмәкәрлеге йомғаҡтарын баҫтырып сығарҙы.

«Башинформ» агентлығына ведомствоның матбуғат хеҙмәтендә хәбәр итеүҙәренсә, бөгөнгө көндә төбәктә төрлө кредит ойошмаларының 1409 бүлексәһе эшләй. Ағымдағы йылдың тәүге өс айында уларҙың иҫәбе 24 берәмеккә артҡан.

— Республикала бөтә эре Рәсәй банктары, шул иҫәптән сит ил кредит ойошмаларының бүлендек банктары күрһәтелгән, — тип билдәләнеләр Милли банктың матбуғат хеҙмәтендә.

Дөйөм алғанда Башҡортостан территорияһында 89 банк эшләй. Әйткәндәй, 2011 йыл башында ғына уларҙың иҫәбе 76-ға тиң ине.

Теги: банктар
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть