Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.47 ↓

EUR 67.55 ↑

24 октябрь, Шишәмбе

Уфа   °

Хәйбуллаларҙың Өфөләге яҡташтар берлеге Советы булдырылды

Сәйәсәт

Хәйбуллаларҙың Өфөләге яҡташтар берлеген булдырыу буйынса инициативалы төркөмдөң Өфөлә үткән ултырышында был ойошманың Советы булдырылды.

Хәйбуллаларҙың Өфөләге яҡташтар берлеге Советына 33 кеше – төрлө эшмәкәрлек өлкәһе вәкилдәре, шул иҫәптән Студенттарҙың яҡташтар берлеге ағзалары инде. Йәмәғәт ойошмаһы Советы рәйесе итеп бер тауыштан – Хәйбулла районы хакимиәтенең элекке башлығы Фәрит Күлсенбаев, уның урынбаҫарҙары итеп – Илдар Моталов һәм Айгөл Әхмәҙиева, секретарь итеп Фәниә Моталова һайланды.

Инициативалы төркөм ултырышында тәүгә булдырылған ойошманың төп бурыстары билдәләнде. Улар – Хәйбулла районына һәм Өфөлә йәшәүсе хәйбуллаларға, студенттарға һәр яҡлап ярҙам күрһәтеү.

Инициативалы төркөмдөң 10 июндә үтәсәк киләһе ултырышында «Хәйбуллаларҙың Өфөләге яҡташтар берлеге» йәмәғәт ойошмаһының Уставын ҡабул итеү планлаштырыла.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть