10 декабрь, Шәмбе

14 май 2012 йыл, 12:20

«Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» конкурсында ҡатнашыуға заякалар ҡабул итеү дауам итә

«Башинформ»

Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының Башҡортостан бүлексәһе «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш. 2012 йыл» инвестиция проекттары конкурсында ҡатнашыуға заякалар йыйыуын дауам итә.

«Башинформ» агентлығы бығаса хәбәр итеүенсә, Башҡортостан 2011 йыл йомғаҡтары буйынса «Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» йәмәғәт премияһына дәғүә итеүгә федераль конкурс еңеүселәре иҫәбенә инде. Еңеүселәр исемлегендә Рәсәй Федерацияһының 15 субъектынан 26 инвестиция проекты бар. Дөйөм финанслау суммаһы 13 млрд һумдан аша.

Премияның попечителлек советы бүләкләү фонды средстволарын номинацияларҙағы еңеүселәргә пропорциональ бүлеү тәртибен раҫланы, шулай уҡ бәләкәй һәм урта бизнес үҫешенә индергән өлөшө өсөн конкурстың махсус призын да хәстәрләне.

Рәсәй Сәнәғәтселәр һәм эшҡыуарҙар союзының республика бүлексәһендә әйтеүҙәренсә, Башҡортостанда «Һуғылған полипропилен туҡыма һәм уның нигеҙендә ҡумта төрөндәге ҡаптар етештереү» проектын тормошҡа ашырыуға «Гелиос» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәтенә 542,623 млн һум аҡса бүленгән. Бүләкләү фондынан республикаға хужалыҡ эштәре һәм халыҡҡа эсеү өсөн тәғәйенләнгән һыуҙы һәм балыҡсылыҡ хужалығы тәғәйенләнешендәге һыу ятҡылыҡтарына ағыҙылған һыуҙы зарарһыҙландырыу буйынса объекттарҙы проектлау һәм төҙөү өсөн 42 млн һум бүленгән.

«Төбәктәр – тотороҡло үҫеш» конкурсына заявкалар 30 майға тиклем rosoil@rosoil.ru электрон адресына ҡабул ителә.