9 декабрь, Йома

14 май 2012 йыл, 11:55

Әбйәлилдәр Вәлиәхмәт Сөләймәнов исемен мәңгеләштерҙе

автор: Марина Шумилова

Әбйәлил районы үҙәге Асҡарҙа Дан орденының тулы кавалеры Вәлиәхмәт Сөләймәнов йәшәгән йортта мемориаль таҡтаташ асылды. Тантаналы сарала һуғыш һәм хеҙмәт ветерандары, район етәкселәре, эске эштәр бүлеге хеҙмәткәрҙәре, мәктәп уҡыусылары, геройҙың ауылдаштары ҡатнашты.

Район хакимиәте башлығы Рим Сыңғыҙов, Ветерандар советы рәйесе Ансар Төлкөбаев, РФ Эске эштәр министрлығының Әбйәлил районы буйынса бүлеге начальнигы Данил Ханов, хоҡуҡ һаҡлау органдары ветераны Ниғмәтулла Вәхитов, «Ағинәйҙәр» район клубы ағзаһы Зөһрә Усманова Вәлиәхмәт Сөләймәновтың тормош юлы хаҡында һөйләне. Сарала геройҙың ҡыҙы ла сығыш яһаны.

Вәлиәхмәт Ғимал улы Сөләймәнов 1924 йылдың 15 апрелендә Әбйәлил районының Ҡушый ауылында тыуған. Асҡар урта мәктәбендә ете класс тамамлағандан һуң, 1941-1942 йылдарҙа «III Интернационал» колхозында эшләй. 1942 йылдың авгусында армияға алына, Стәрлетамаҡ хәрби-пехота училищеһын тамамлай. 1943 йылдың мартында фронтҡа китә.

Һуғышта күрһәткән батырлыҡтары өсөн ул I, II, III дәрәжә Дан ордендары менән бүләкләнә.

Һуғыштан һуң Вәлиәхмәт Сөләймәнов оҙаҡ йылдар төрлө вазифаларҙа эске эштәр органдарында, партияның район комитетында эшләй. 1977-1989 йылдарҙа «Сельхозтехника» район ойошмаһында хеҙмәт итә. Үҫеп килгән быуынды хәрби-патриотик тәрбиәләүәҙә һәр ваҡыт әүҙем ҡатнаша.

Вәлиәхмәт Ғимал улы Сөләймәнов 2011 йылдың 15 июлендә донъя ҡуя.