8 декабрь, Кесе йома

14 май 2012 йыл, 11:16

Өфөлә ат спорты буйынса Махсус Олимпия ярыштары ойошторола

автор: Эльмира Сабирова

Үҙенсәлекле проект Өфөлә өсөнсө тапҡыр ойошторола. Республика ат фестивале һаулыҡ мөмкинлеге сикләнгән балалар өсөн үткәрелә. Йола буйынса ул инвалид балалар өсөн Республика иппотерапия үҙәге базаһында үтәсәк (Аврора урамы, 18, 22-се дауахана ҡаршыһында).

Үҙәк директоры Наталья Никитина әйтеүенсә, фестиваль 16 майҙа төшкө 2-лә асыла. Уның сиктәрендә ат спорты буйынса Махсус Олимпия ярыштары үткәреләсәк. Уның маҡсаты: инвалид балалар араһында ат спортын һәм һыбай йөрөү буйынса дәрестәрҙе популярлаштырыу һәм үҫтереү; аҡыл үҫеше буйынса артта ҡалған балалар һәм инвалидтарҙы реабилитациялау, адаптациялау һәм йәмғиәткә интеграциялау буйынса эштәр алып барыусы ойошмаларҙың эшмәкәрлеген әүҙемләштереү; республиканың коррекция мәктәптәре араһындағы дуҫлыҡ бәйләнештәрен үҫтереү һәм нығытыу.  

17 майҙа сәғәт 12-лә аттар менән хәйриә байрамы үткәрелә, унда балалар аттар тураһында күберәк белә, улар менән уйнай аласаҡ, теләге булғандарҙың барыһына ла аттарҙы ашатырға һәм һыбай йөрөп ҡарарға мөмкинлек биреләсәк.  Шулай уҡ бында еңеүсе команданың сығыш яһауы ла көтөлә. Байрам аҙағында үҙәк волонтерҙары һәм инструкторҙары костюмдарҙа һыбайлылар номерҙарын тәҡдим итәсәк. Ойоштороусылар бихисап күңелле номерҙар һәм төрлө конкурстар вәғәҙә итә.

Байрамды  ҡала пионерҙар ойошмаһынан ярҙамсылар менән «Изге эш» ойошмаһының волонтерҙары алып бара. Ҡатнашыусылар өсөн бүләктәр һәм сувенирҙар әҙерләнгән.

Фестиваль БР Мәғариф министрлығы, БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы, Башҡортостан физик культура институты ҡатнашлығында үткәрелә һәм Балаларҙы яҡлау көнөнә арнала.