Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.31 ↑

EUR 61.50 ↓

27 апрель, Кесе йома

Уфа   °

Төбәктә «Алтын тирмә» милли театрҙар фестивале үтәсәк

Йәмғиәт

Рәсәйҙең 1812 йылдағы Ватан һуғышында еңеүенә 200 йыл тулыуға арналған «Алтын тирмә» төбәк-ара милли театрҙар фестиваленең аҙаҡҡы туры Башҡортостандың Стәрлебаш районында 15-19 майҙа үтә. Республиканың театр коллективтары менән бер рәттән фестивалдә Татарстан, Дағстан, Хакасия һәм Силәбе өлкәһенән коллективтар сығыш яһаясаҡ. Сараны ойоштороусылар булып Башҡортостан Республикаһының Мәҙәниәт министрлығы, Республика халыҡ ижады үҙәге, Стәрлебаш районы хакимиәте һәм БР Театр эшмәкәрҙәре союзы сығыш яһай.

Ҡатнашыусыларҙың сығыштарына театр тәнҡитселәре, билдәле режиссерҙар һәм педагогтар баһа бирәсәк.

Фестиваль һөҙөмтәләре буйынса Гран-при, I, II, III дәрәжә лауреаттары билдәләнәсәк. Бынан тыш, махсус дипломдар һәм приздар менән режиссерҙар, рәссамдар, актерҙар, тауыш режиссерҙарының эштәре билдәләнәсәк.

Фестивалдең аҙаҡҡы туры барышында жюри ағзалары спектаклдәр буйынса фекер алышыу үткәрә. Оҫталыҡ дәрестәрен Рәсәй театр сәнғәте университетының сәхнә телмәре кафедраһы доценты, режиссура һәм музыкаль театр актеры оҫталығы кафедраһы доценты Сергей Терехов үткәрә.

Шулай уҡ республиканың халыҡ театрҙары режиссерҙары һәм етәкселәре өсөн семинарҙар ойошторола.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть