8 декабрь, Кесе йома

14 май 2012 йыл, 10:07

Фатирҙар хаҡы буйынса Өфө әүәлгесә тәүгеләр рәтендә

автор: Рәсүл Хәмиҙуллин

Апрелдә Өфө Рәсәй төбәктәре араһында икенсел күсемһеҙ милек баҙарындағы торлаҡ хаҡтары буйынса һигеҙенсе урын алды. Был күрһәткес Башҡортостандың баш ҡалаһында квадрат метрына 52812 һумға тиң. Иң ҡыйбат торлаҡ Мәскәүҙә, Санкт-Петербургта, Мәскәү өлкәһендә, Екатеринбургта һәм Приморьела. Рәсәй Төҙөүселәр ассоциацияһы менән РФ Инженер-сметасылар союзы шундай мәғлүмәт килтерә.

Иң арзан фатирҙар Эвенк автономиялы округында, Бурятияла, Ингушетия һәм Ҡарасәй-Черкес республикаһында тәҡдим ителә.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, бығаса Башҡортостандың баш ҡалаһы март йомғаҡтары буйынса был рейтингыла алтынсы урын алғайны. Йәнә Өфө Рәсәй ҡалалары араһында 2012 йылдың беренсе кварталы йомғаҡтары буйынса хаҡтар артыуы буйынса ла алдынғы урында килә. Смета хаҡтары яһалышы һәм ҡиммәттәр инжинирингы милли ассоциацияһы мәғлүмәттәренә ярашлы, Өфөлә торлаҡҡа хаҡтар 6,4 процентҡа күтәрелгән.