Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65 ↓

EUR 66.67 ↑

24 июнь, Шәмбе

Уфа   °

Өфөлә Швеция Илселеге делегацияһы булды

Иҡтисад

Башҡортостан Республикаһының Сауҙа-сәнәғәт палатаһында ошо көндәрҙә иҡтисад мәсьәләләре буйынса советник Томас Хальберг етәкселегендәге Швеция Илселеге делегацияһы менән осрашыу үтте. Осрашыу барышында Башҡортостан менән Швеция араһында сауҙа-иҡтисади хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә бәйле мәсьәләләр ҡаралды, тип хәбәр иттеләр БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһының матбуғат хеҙмәтенән.

Төбәктең Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров Палатаның һәм тотош республиканың әһәмиәтле проекттары хаҡында һөйләне, шулай уҡ бизнесты үҫтереү буйынса инвесторҙар өсөн перспективалы йүнәлештәрҙе билдәләне.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, ағымдағы йылдың көҙөндә Башҡортостан Республикаһында Швеция көндәрен үткәреү планлаштырыла. Ошоға бәйле Юрий Пустовгаров Швеция Илселеге вәкилдәренә Башҡортостандың эшлекле даирәһе вәкилдәре менән бизнес-осрашыуҙар ойоштороуға булышлыҡ итергә һүҙ бирҙе.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть