11 декабрь, Йәкшәмбе

14 май 2012 йыл, 9:52

Республикала туриндустрия объекттары бойондороҡһоҙ экспертиза үтәсәк

автор: Любовь Колоколова

Башҡортостан Республикаһының Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты туриндустрия объекттарын (ҡунаҡханалар, тау саңғыһы трассалары һәм пляждарҙы иҫәпкә алып) классификациялаған ойошмаларҙы аккредитациялау буйынса дәүләт хеҙмәтәрен күрһәтеү буйынса административ регламент проектын әҙерләне.

Дәүләт комитетының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, был документ туристик хеҙмәттәрҙең конкурентлыҡҡа һәләтен үҫтереү һәм туриндустрия объекттарының халыҡты йәлеп итеү ҡеүәһен арттырыу, ҡулланыусыларҙы кәрәкле мәғлүмәт менән тулы кимәлдә тәьмин итеү маҡсатында әҙерләнде.

Теләгән һәр кем проект менән танышып, үҙ тәҡдимдәрен индерә ала. Ағымдағы йылдың 15 майынан 14 июненә тиклем Дәүләт комитеты физик һәм юридик шәхестәрҙән бойондороҡһоҙ экспертиза һөҙөмтәләрен ҡабул итә.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылдың октябрендә Башҡортостан Президенты Рөстәм Хәмитов «Туристик индустрия объекттарын классификациялаған ойошмаларҙы аккредитациялау буйынса вәкәләтле Башҡортостан Республикаһы башҡарма власть органы тураһында» Указына ҡул ҡуйғайны. Был Указға ярашлы, төбәктең Эшҡыуарлыҡ һәм туризм буйынса дәүләт комитеты туриндустрия объекттарын (ҡунаҡханалар, тау саңғыһы трассалары һәм пляждарҙы иҫәпкә алып) классификациялаған ойошмаларҙы аккредитациялау буйынса вәкәләтле орган итеп тәғәйенләнде.