Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.60 ↑

EUR 63.23 ↓

17 ғинуар, Шишәмбе

Уфа   °

«Ҙур химия – 2012» форумында эре производство проекттарының презентацияһы үткәреләсәк

Иҡтисад

«Ҙур химия – 2012» халыҡ-ара форумы сиктәрендә «Русгидро – Альстом» предприятиеһы майҙансығы төҙөлөшөн һәм энергияны һөҙөмтәле файҙаланыу технологиялары технопаркын асыу планлаштырыла. Бынан тыш, Стәрлетамаҡта водород пероксиды һәм натрий перкарбонаты производствоһы проектының презентацияһы ла көтөлә. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров әйтеүенсә, унда сеймал етештереү өсөн бөтә нәмә — яңы производстволар өсөн үҫешкән инфраструктура, буш территориялар бар. Шулай уҡ «Газпром нефтехим Салауат» асыҡ акционерҙар йәмғиәтендә акрил кислотаһы һәм акрилаттар етештереү буйынса технологик комплекс тәҡдим ителәсәк, ә сит ил компаниялары яңы индустриаль майҙансыҡтар булдырыу буйынса тәжрибәләре менән уртаҡлашасаҡ.

— Был технологик һәм логистик процестарҙың конфликтһыҙ үҫешенә булышлыҡ итә, — тип билдәләне Юрий Пустовгаров.

Хәтерегеҙгә төшөрәйек, Өфөлә былтырғы форумды үткәргәндән һуң Салауатта газ химияһының баш ҡалаһы проекттарын, Салауат-Ишембай-Стәрлетамаҡ кластерын булдырыу буйынса проектты, Башҡортостанда, үҙебеҙҙең майҙандарҙа, «Сибур» компанияһының индустриаль паркын урынлаштырыуғә бәйле һәм башҡа проекттарҙы эшләүгә өлгәшелде.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть