Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.46 ↓

EUR 69.17 ↑

24 ноябрь, Йома

Уфа   °

Башҡортостан Яҙыусылар союзы Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премия булдырҙы

Йәмғиәт

Төбәктең Яҙыусылар союзы идараһы ултырышында Башҡортостан Республикаһы Яҙыусылар союзының Мөхәмәтша Буранғолов исемендәге премияһы булдырылды. Был тәҡдимде ижади берләшмә идараһының барлыҡ ағзалары ла хупланы. Яңы әҙәби премияның концепцияһын әҙерләү өсөн махсус комиссия булдырылды, тип хәбәр итте БР Яҙыусылар союзы рәйесе Риф Тойғонов. Уның етәксеһе итеп билдәле шағир, филология фәндәре докторы, М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университеты профессоры Рәшит Шәкүр тәғәйенләнде.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, Татарстандың Яҙыусылар союзы быға оҡшаш награда – татар милли хәрәкәте эшмәкәре, билдәле яҙыусы, публицист, сәйәсмән Ғаяз Исхаҡи исемендәге премия булдырған да инде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть