Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.65

EUR 66.67

25 июнь, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ирек Даукаев: «Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре кешеләрҙе һәм халыҡтарҙы дуҫлаштыра»

Йәмғиәт

Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре дауам итә. Бөгөн Өфө районы Октябрьский ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә билдәле поляк педагогы, яҙыусы, табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Януш Корчакка арналған асыҡ дәрес үтте. Дәрестән һуң, йола буйынса, Януш Корчак иҫтәлегенә күккә ҡағыҙ осорғос ебәрелде. Бынан һуң Вольдзики тигән поляк ауылы иҫтәлегенә мәктәп янында урынлашҡан мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу тантанаһы үтте.

БР Татар дворяндар йыйылышы етәксеһе Ирек Даукаев иҫәпләүенсә, Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәрен үткәреү халыҡтар берҙәмлегенә асыҡ миҫал булып тора.

— Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре – бик матур сара. Һәм бында уны ойоштороусылар — «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенең эше юғары баһаға лайыҡ, — тине Ирек Даукаев. – Үҙәк эшмәкәрлеге халыҡтар берҙәмлеген, уларҙың бер-береһенә ҡарата йылы, ихлас мөнәсәбәтен күрһәтә.

Ирек Даукаев билдәләүенсә, поляктар һәм Рәсәй халҡы араһындағы дуҫлыҡҡа күп быуаттар элек нигеҙ һалынған. Гданьск ҡалаһында уңышлы эшләп килгән Татар дворяндар йыйылышы филиалы бының бер символы булып тора.

— Бындай саралар кешеләрҙе һәм халыҡтарҙы дуҫлаштыра. Улар мөнәсәбәттәр тарихында яңы биттәр аса. Быларҙың барыһы ла халыҡтар араһындағы дуҫлыҡты нығытыуға булышлыҡ итә, — тип иҫәпләй Ирек Даукаев.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть