9 декабрь, Йома

12 май 2012 йыл, 16:49

Интернетта «Урал аръяғы – 2012» инвестфорумы үҙ битен асты

автор: Әлфиә Шәрәфетдинова

«Урал аръяғы – 2012» инвестфорумы интернетта үҙ битен булдырҙы. Дөйөм Рәсәй күләмендәге сара 8-9 июндә Сибайҙа үтәсәк.

— Инвестфорум сайтында һәр кеше саралар буйынса көнүҙәк мәғлүмәт, шул иҫәптән форум программаһын, аккредитация үтеү өсөн бәйләнеш телефондарын һәм һуңғы яңылыҡтарҙы таба ала, — тип хәбәр иттеләр Башҡортостан Хөкүмәтенең матбуғат хеҙмәтендә.

Форум программаһы уның «25-20» стратегияһы»: инструменттар, ресурстар һәм тормошҡа ашырыу юлдары» кеүек яңғыраған төп темаһына ярашлы әҙерләнгән һәм пленар ултырышты, экспозицияны һәм түңәрәк өҫтәлдәрҙе үҙ эсенә ала.

— Һөҙөмтәле инвестиция сәйәсәте алып барыу технологиялары тураһында профессиональ диалог ойоштороу, 2020 йылға илдә 25 миллион юғары етештереүсәнлекле эш урындары булдырыуға һәм уларҙы яңыртыуға йүнәлтелгән «25-20 стратегияһы»н ғәмәлгә ашырыу буйынса тәҡдимдәр әҙерләү, шулай уҡ  «субрегион – төбәк – Рәсәй Федерацияһы» кимәлендә тейешле моделле ҡарарҙар эшләү сығарыу — форумдың төп маҡсаты, — тип аңлата ойоштороусылар.

Форум эшендә федераль һәм төбәк власы органдарының, бизнес структураларының, йәмәғәт ойошмаларының вәкилдәре, ғалимдар һәм эксперттар – йәмғеһе 250-ләгән кеше ҡатнашасаҡ.