6 декабрь, Шишәмбе

12 май 2012 йыл, 16:29

Өфөлә Халыҡ-ара ғаилә көнөнә арналған саралар үтә

автор: Эльмира Сабирова

15 майҙа билдәләнгән Халыҡ-ара ғаилә көнөнә ҡарата Өфөлә бер нисә сара үткәреләсәк. Уларҙың төп маҡсаты – ғаилә ҡиммәттәрен пропагандалау, күп балалы, шулай уҡ ауыр хәлдә ҡалған ғаиләләргә ярҙам итеү.

Шулай итеп, Өфө хакимиәтенең рәсми сайтында әйтелеүенсә, бөгөн көндөҙгө 3-тә «Химик» мәҙәниәт һарайында баш ҡаланың халыҡты социаль хеҙмәтләндереү комплекслы үҙәктәрендә иҫәптә торған ғаиләләр өсөн байрам сараһы башланды.

Уның сиктәрендә мәҙәниәт һарайының фойеһында балалар һәм ата-әсәләр өсөн конкурс һәм уйындар үткәреләсәк, артабан ижади коллективтар менән әҙерләнгән концерт тәҡдим ителәсәк. Байрамға 300 ғаилә саҡырылған.  

Өфөлә йәнә ике һәм унан күберәк инвалид бала тәрбиәләгән 62 ғаиләгә бүләктәр йыйылмаһы тапшырыу буйынса социаль акция үткәреләсәк.

Комсомол урамы, 79 адресы буйынса урынлашҡан «Ғаилә» психологик-медик-социаль оҙата барыу үҙәгендә лә Ғаилә көнө билдәләнәсәк.

15 майҙа иртәнге 9-ҙан киске 6-ға тиклем етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия эшләй. Граждандарҙың һорауҙарына опека һәм попечителлек органдары белгестәре яуап бирәсәк. Телефоны: 241-43-90.

Бынан тыш, теләге булғандар индивидуаль психологик һәм юридик консультациялар ала аласаҡ.

Етем балаларҙы ғаиләгә урынлаштырыу системаһында эшләгән белгестәр өсөн «Ғаилә менән эшләүҙең арт-терапевтик алымдары» семинары үткәрелә.

Ғаиләләргә тәрбиәгә алынған балалар төркөмдәре менән дәрестәр ҙә ойоштороласаҡ.

Республика вуздарында белем алған буласаҡ социаль педагогтар өсөн Үҙәк буйлап танышыу экскурсияһы һәм «Ғаиләлә балаларға ҡарата көс ҡулланыуҙы иҫкәртеү», «Шәхесте үҫтереүҙең мөһим факторы булараҡ әсәйгә эмоциональ бәйлелек» темаларына практик дәрестәр үткәреү ҙа ҡаралған.

Ғаиләләр йәнә «Әсәй, атай, мин – спорт һөйөүсе ғаилә» эстафетаһында ҡатнаша аласаҡ. Үҙенсәлекле Асыҡ ишектәр көнө «Минең ғаиләм» һүрәттәр конкурсына йомғаҡ яһау менән тамамланасаҡ.

Сара Өфөнөң Опека һәм попечителлек идаралығы менән берлектә әҙерләнгән.

темалар: социаль яҡлау