Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.51

EUR 67.89

23 октябрь, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә «Йылы өмөт елдәре» хәйриә концерты үтәсәк

Йәмғиәт

20 майҙа, Халыҡ-ара балаларҙы яҡлау көнө алдынан, «Байтул мал» фонды бала йортонда тәрбиәләнеүселәр һәм ҡарттар йортонда йәшәүселәр өсөн «Йылы өмөт елдәре» хәйриә концерты үткәрә. Сара Башҡортостандың социаль приюттарында һәм бала йорттарында тәрбиәләнеүселәрҙе берләштереү, ололарға ҡарата ихтарам тәрбиәләү, балаларҙа яуаплылыҡ тойғоһон формалаштырыу маҡсатында ойошторола.

Был концерт балаларға ижади һәләттәрен асырға мөмкинлек бирәсәк, тип хәбәр иттеләр фондтан. Сара Ҡарттар һәм инвалидтар өсөн йорт-интернатта (Өфө ҡалаһы, Р.Зорге урамы, 71/2) үтә. Башлана – 11 сәғәттә.

Шуны ла билдәләп үтергә кәрәк, «Байтул мал» фонды бала йорттарында һәм социаль приюттарҙа тәрбиәләнеүселәр менән әүҙем эш алып бара. 2012 йыл башынан 370 бала өсөн мини-футбол буйынса ике чемпионат ойошторолдо. Шулай уҡ балалар Өфө музейҙарына, кинотеатрҙарға, спорт ярыштарына барҙы. «Минең һөнәрем» проекты сиктәрендә ҡала предприятиелары буйлап улар өсөн экскурсиялар үткәрелде.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть