5 декабрь, Дүшәмбе

12 май 2012 йыл, 15:49

Башҡортостан көнбағыш сәсеүҙе тамамлай

автор: Ғәлиә Нәбиева

Башҡортостанда көнбағыш сәсеү буйынса план әле 102 процентҡа үтәлде, тип хәбәр иттеләр БР Ауыл хужалығы министрлығының матбуғат хеҙмәтендә. Планды республиканың 20 районы аграрийҙары тулыһынса үтәгән. Тағы 12 район был техник культураны сәсеүен дауам итә. Майлы культура республикала йәмғеһе 132 мең 918 гектарҙы биләй, ә план менән 130 мең ҡаралған.

Иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын сәсеү ҙә ахырына яҡынлаша. 19 район эшсәндәре әле планды үтәгән. Планлаштырылған майҙандарҙың 79 процентында иген сәселгән. Был — 1 млн 72 мең гектар.

Дәүләкән аграрийҙары яҙғы иген һәм ҡуҙаҡлы иген культураларын, шәкәр сөгөлдөрө һәм көнбағыш сәсеүҙе тулыһынса тамамлаһа, Архангел, Баҡалы, Иглин, Күгәрсен, Көйөргәҙе, Мәләүез, Миәкә, Стәрлетамаҡ, Туймазы һәм Саҡмағош райондары игенселәре иген һәм көнбағыш сәсеүгә бәйле эштәрҙе ослаған.