9 декабрь, Йома

12 май 2012 йыл, 15:24

Сибайҙа тәмәке тартыуға ҡаршы велоуҙыш үтте

автор: Тимур Рәхмәтуллин

«Сибай үлемесле тәмәке фабрикаһын төҙөүгә ҡаршы» исемле велоуҙыш Сибай ҡалаһында үтте. Акцияла йәштәр – студенттар, эшҡыуарҙар, экологтар, эшселәр һәм медицина хеҙмәткәрҙәре ҡатнашты. Ҡаланың «Тәҡүә» йәмиғ мәсете имам-хатибы Әғләметдин Ғәзизов велоуҙышта ҡатнашыусыларҙы сәләмләне һәм уларҙан ҡалала тәмәке фабрикаһын төҙөүгә ҡаршы мөрәжәғәтнамә аҫтында ҡул ҡуйыуын һораны. Велоуҙышты ойоштороусылар тәмәкенең зыяны тураһында плакаттар әҙерләгән. Улар тәмәке фабрикаһын төҙөү өсөн ҡаралған урында, ҡала майҙанында һәм башҡа урындарҙа урынлаштырылды.

— Властың бурысы – дөрөҫ булған берҙән-бер юлды һайлау: тәмәке компанияһы менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартыу, — тип һөйләне «Башинформ» агентлығына акцияны ойоштороусыларҙың береһе, «Айыҡ Башҡортостан» хәрәкәтенең рәйестәше Роберт Дәүләтшин. – 2010 йылда Владимир Путин тәмәкегә ҡаршы концепция ҡабул итте, ә Рөстәм Хәмитов Башҡортостан Республикаһында Рәсәй сәйәсәте мәктәбен тамамлаусылар менән осрашыу барышында, «Тәмәкеһеҙ республика» проектын тикшереп, илдә һәм донъяла тәмәкегә ҡаршы хәрәкәт киң тарала барған осорҙа бының айырыуса мөһим булыуын билдәләне.

Тәмәке фабрикаһын төҙөү хәүефе янағанлыҡтан Сибайҙа алкоголизм, наркомания һәм тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш буйынса Владимир Путиндың тәмәкегә ҡаршы концепцияһына ярҙам итеү комитеты булдырылды, тип хәбәр итте Роберт Дәүләтшин. Уның составына наркологтар, хоҡуҡ һаҡлаусылар һәм республиканың йәмәғәт ойошмалары етәкселәре инде. Рәсәйҙең баш санитар табибы Геннадий Онищенко, Рәсәй тәмәкегә ҡаршы коалицияһы рәйестәше Дарья Халтурина һәм Бөтә донъя һаулыҡ һаҡлау ойошмаһының «Тәмәке тартыуға ҡаршы көрәш буйынса программа» проектының координаторы Энди Хартсхорн исеменә ҡалала предприятие төҙөүгә юл ҡуймау үтенесе менән мөрәжәғәтнамә ебәрелде.