Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.93 ↓

EUR 61.81 ↑

29 март, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары «СТАРТ – 2012» конкурсында еңде

Йәмғиәт

Башҡорт дәүләт университеты ғалимдары менән эшләп сығарылған «Нәҫелдән килгән соматик ауырыуҙар өсөн тест-система булдырыу» проекты «Киләсәк медицинаһы» йүнәлеше буйынса «СТАРТ – 2012» программаһының бөтә Рәсәй конкурсында еңеүселәр иҫәбенә инде. Тикшеренеү авторҙары — БашДУ-ның генетика һәм фундаменталь медицина кафедраһы мөдире, биология фәндәре докторы Эльза Хөснөтдинова һәм БашДУ ҡарамағындағы «Академик инновацион технологиялар» яуаплылығы сикләнгән йәмғиәте («АИТ» йәмғиәте) бәләкәй инновацион предприятиеһы директоры Георгий Брон, тип хәбәр иттеләр вуздың матбуғат үҙәгендә.

Был йүнәлеш буйынса бөтә Рәсәйҙән 250-нән ашыу заявка бирелгән булған. Башҡортостан ғалимдарының проекты 50 еңеүсе иҫәбендә аталыуҙан тыш, заякаларҙың йомғаҡлау рейтингы буйынса иң яҡшы өсәү исемлегенә лә ингән. Авторҙар әйтеүенсә, быға күп осраҡта заяка тултырғанда БашДУ-ның инновацион эшмәкәрлек бүлеге начальнигы Айрат Ғәләүетдинов менән бүлек хеҙмәткәрҙәренең ҙур ярҙамы сәбәпсе.

«СТАРТ» программаһы Рәсәйҙең Фәнни-техник өлкәләге предприятиеларҙың бәләкәй формаларын үҫтереүгә булышлыҡ итеү фонды менән тормошҡа ашырыла. Үҙҙәренең фәнни-техник тикшеренеүҙәре һөҙөмтәләрен файҙаланып, яңы тауар, изделие, технологиялар йәки хеҙмәттәр уйлап сығарған һәм уның производствоһын үҙләштерергә ынтылған, яңы үҫеш юлына аяҡ баҫҡан һәм коммерциялаштырыуҙа ҙур мөмкинлектәре булған бәләкәй инновацион предприятиеларға дәүләт ярҙамы күрһәтеү – был программаның төп маҡсаты.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть