Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.55 ↑

EUR 63.61 ↓

24 май, Шаршамбы

Уфа   °

Башҡорт дәүләт филармонияһында 73-сө ижад миҙгеле тамамлана

Йәмғиәт

14 майҙа Башҡорт дәүләт филармонияһының Ҙур залында ижад миҙгелен ябыу айҡанлы концерт үтә. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына Башҡорт дәүләт филармонияһынан хәбәр иттеләр.

Программала – БР Милли халыҡ инструменттары оркестры (художество етәксеһе һәм дирижеры Рәмил Ғәйзуллин), Олег Ҡасимов етәкселегендәге эстрада-джаз оркестры, «Далан», «Карауанһарай» төркөмдәре сығыштары. Бынан тыш, был көндө тамашасылар алдында Фәдис Ғәниев, Лилиә Биктимерова, Нәзифә Ҡадырова, Ғәли Алтынбаев, Руслан Сәйфетдинов, Вадим Зәкиев, Айгиз Ғиззәтуллин, Әлфиә Юлсурина, Лилиә Ишемйәрова, Урал Мортазин сығыш яһаясаҡ.

Концерттың режиссеры – Илшат Фәхертдинов.

Башлана – 19 сәғәттә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть