Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.54 ↑

EUR 67.68 ↓

29 июнь, Кесе йома

Уфа   °

«Ҙур химия – 2012» форумында 500 делегат ҡатнашыуы көтөлә

Иҡтисад

«Ҙур химия–2012» халыҡ-ара форумында 500–гә яҡын делегат ҡатнашасаҡ. БР Сауҙа-сәнәғәт палатаһы президенты Юрий Пустовгаров һүҙҙәренсә, теләүселәрҙең күп булыуы арҡаһында ойоштороусылар ҡатнашыусыларҙың иҫәбен сикләргә мәжбүр.

— Былтыр беҙҙә 350 делегат ҡатнашты. Форум Рәсәй Федерацияһы субъекттары һәм сит илдәр араһында ҙур ажиотаж тыуҙыра, — тине ул. – 14 илсенең, дүрт төбәк башлығының килеүе көтөлә. Улар иҫәбендә Татарстан президенты, Ямал-Ненец һәм Ханты-Манси автономиялы округтарының һәм Төмән өлкәһенең губернаторҙары. Форумда сығыш яһау өсөн әүҙем конкуренция бара. Һәр төрлө темаларға йәмғеһе 75 доклад күрһәтелгән.

Бынан тыш форумда эре милли компанияларҙың етәкселәре, сит дәүләттәр делегацияһы, алдынғы ғалимдар ҡатнашырға ниәтләй.

Сара сиктәрендә Башҡортостан менән башҡа төбәктәр, шулай уҡ республика предприятиелары менән сит ил компаниялары араһында бер нисә килешеүгә ҡул ҡуйыу көтөлә. Ошо уҡ арала параллель рәүештә барған секция ултырыштарында технологиялар һәм материалдар менән тәьмин итеүселәр инвестиция проекттары, нефть сығарыу, нефть һәм газ эшкәртеү һәм нефть химияһы өлкәһендәге яңы эшләнмәләр менән таныштырасаҡ.

— Химия индустрияһы үҫешенә күп нәмә бәйләнгән, — тип иҫәпләй Юрий Пустовгаров. – Ләкин тармаҡты һиҙелерлек күтәрер өсөн дә күп нәмә эшләргә кәрәк. Икенсе төрлө ҡараш кәрәк. Сөнки бөгөн Башҡортостан территорияһында химия тармағын үҫтереүгә 500 миллиард һум аҡса һалһаҡ, 10-15 йылдан һуң беҙ 750 миллиардҡа тиерлек артҡан тулайым продукт ала аласаҡбыҙ.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть