Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.23

EUR 60.31

24 апрель, Дүшәмбе

Уфа   °

Рәсәй көнө арҡаһында Башҡортостанда 10, 11 һәм 12 июндә ял итәбеҙ

Йәмғиәт

Июндә рәсәйлеләрҙе тағы алты көнлөк эш аҙнаһы көтә. РФ Хеҙмәт кодексының 112-се статьяһына ярашлы, 12 июнь — Рәсәй көнө — ял һәм байрам көнө булып тора.

Рәсәй Федерацияһы Хөкүмәтенең 2011 йылдың 20 июлендәге «2012 йылда ял көндәреү күсереү тураһында»ғы ҡарарына ярашлы, хеҙмәткәрҙәр ял һәм байрам көндәрен рациональ файҙаланһын өсөн 9 июндәге, шәмбеләге, ял көнө дүшәмбегә, 11 июнгә, күсерелгән.  

Башҡортостандың Хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, 2012 йылдың 9 июнендәге эш оҙайлылылығы бер сәғәткә ҡыҫҡартыла.

Шулай итеп, биш көнлөк эш аҙнаһында Башҡортостан Республикаһында байрам арҡаһында 10, 11 һәм 12 июнь ял көндәре буласаҡ.  

РФ Хеҙмәт кодексының 120-се статьяһы нигеҙендә, йыллыҡ төп йәки өҫтәмә түләүле отпуск биргәндә ағымдағы йылдың 12 июне отпускының календарь көндәренә индерелмәй.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть