Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 58.70 ↓

EUR 69.40 ↑

15 декабрь, Йома

Уфа   °

Милли ағас ултыртыу көнөндә Башҡортостанда 15 мең ағас ултыртыу планлаштырыла

Йәмғиәт

2012 йылдың 12 майында Милли ағас ултыртыу көнө үтә. Бөгөн Рәсәйҙең күпселек төбәктәрендә 200 меңгә яҡын кеше дөйөм алғанда яҡынса 25 миллион үҫенте ултыртасаҡ.

Башҡортостандың Урман хужалығы министрлығынан хәбәр итеүҙәренсә, йәмәғәтселек иғтибарын урмандарҙы һаҡлау мәсьәләһенә йәлеп итеү, шулай уҡ кешеләрҙә йәшеллеккә ҡарата һаҡсыл ҡараш тәрбиәләү бөтә Рәсәй «урман» көнөнөң төп бурысы булып тора.

Тәүгә Милли ағас ултыртыу көнө бөтә ил кимәлендә 2011 йылда – Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы менән иғлан ителгән Халыҡ-ара урман йылында үткәрелде. Рәсми рәүештә был көн майҙың икенсе шәмбеһендә билдәләнә.

Бер йыл элек Милли ағас ултыртыу көнөндә төбәктең һәр урман хужалығында тиерлек 500-шәр үҫенте ултыртылды. Дөйөм алғанда республика урмандары 15 меңдән ашыу ағасҡа тулыланды.

— Быйыл да шул сама ағас ултыртыу планлаштырыла. Теләгән һәр кем урындағы урман хужалығына мөрәжәғәт итеп, сарала ҡатнаша ала. Уға үҫентеләр һәм уларҙы ултыртыу өсөн кәрәкле инструменттар биреләсәк, — тине министрлыҡтың матбуғат секретары Айбулат Ғәйнуллин.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть