Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.35 ↑

EUR 63.18 ↑

20 ғинуар, Йома

Уфа   °

Республиканың Әлшәй һәм Благовещен райондарында яҙғы өмәләр тамамланды

Йәмғиәт

Башҡортостанда яҙғы экологик өмәләр дауам итә. Һуңғы мәғлүмәттәргә ярашлы, республикала ауыл биләмәләре территорияларын сүп-сарҙан таҙартыу, төҙөкләндерү һәм йәшелләндереү буйынса сараларҙа яҡынса 190 мең тонна ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары полигон һәм сүплектәргә сығарып түгелгән.

— Өмәләрҙә ҡатнашыусылар быйыл 327 мең ағас һәм ҡыуаҡ ултыртты. Шулай уҡ экологик саралар барышында 1,2 миллион квадрат метр юл, яҡынса 171 мең погон метр ҡойма, фасад ремонтланды, — тип хәбәр итте Башҡортостандың Тәбиғәттән файҙаланыу һәм экология министрлығы матбуғат секретары Нина Никандрова.

Уның һүҙҙәренсә, республика территорияһын сүп-сарҙан таҙартыу һәм төҙөкләндереү күләме әлеге ваҡытта 79 процент тәшкил итә.

Бындай саралар бөгөнгө көнгә Әлшәй һәм Благовещен райондарында тамамланған. Экологик өмәләр Башҡортостанда 19 майға тиклем дауам итәсәк.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть