7 декабрь, Шаршамбы

11 май 2012 йыл, 17:03

БДПУ-ның ижади коллективтары «Төньяҡ Венеция» халыҡ-ара конкурсында еңеүсе булды

автор: Эльмира Сабирова

М.Аҡмулла исемендәге Башҡорт дәүләт педагогия университетының ижади коллективтары IX «Төньяҡ Венеция» халыҡ-ара балалар, йәштәр һәм өлкәндәр ижады фестиваль-конкурсы лауреаттары булды. Сара Санкт-Петербургта үтте. Был хаҡта «Башинформ» агентлығына юғары уҡыу йортоноң матбуғат үҙәгенән хәбәр иттеләр.

Конкурс «Вокал», «Хореография», «Инструменталь жанр» һәм башҡа номинациялар буйынса үткәрелде. БДПУ студенттары бәйгелә уңышлы сығыш яһаны. «Держава» барабансылар төркөмө (етәксеһе Вера Прыжанкова) – I дәрәжә лауреаты, шулай уҡ Вера Прыжанкова уҡыусылары Эльза Бәҙретдинова һәм Анна Васильева «Халыҡ вокалы» һәм «Эстрада вокалы» номинацияларында II һәм III дәрәжә лауреаттары булды.

«Эстрада вокалы» номинацияһында I дәрәжә лауреаты исеменә «Вариация» вокаль ансамбле (етәксеһе Марина Юхина) лайыҡ булды. Шулай уҡ М.Юхина уҡыусылары Елена Васильева һәм Диана Ғәлиуллина II дәрәжә дипломанттары булды.

«Кружева» халыҡ бейеүҙәре ансамбленең (етәксеһе Ольга Андреева) сығышы жюри ағзаларының күңеленә айырыуса хуш килде, коллектив I дәрәжә лауреаты булды.

Бәйгелә Себер, Урал, Карелия, Рәсәйҙең көньяҡ төбәктәре, шулай уҡ Белоруссия, Украина һәм башҡа илдәрҙән вәкилдәр ҡатнашты. Жюри составында Санкт-Петербургтың алдынғы мәҙәниәт һәм сәнғәт белгестәре булды.