Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.98 ↑

EUR 62.04 ↑

29 апрель, Шәмбе

Уфа   °

Бөйөк Ватан һуғышы ветерандары өҫтәмә түләүҙәр аласаҡ

Йәмғиәт

Рәсәй Президенты Владимир Путин Указына ярашлы, Еңеүгә 67 йыл тулыу айҡанлы Рәсәй Федерацияһында даими йәшәүсе Бөйөк Ватан һуғышы ветерандарына бер тапҡыр бирелә торған өҫтәмә түләүҙәр биреләсәк. Средстволарҙы Пенсия фонды ағымдағы йылдың май-июнь айҙарында түләйәсәк.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашыусылар һәм инвалидтар, һуғышта ҡатнашыусыларҙың һәм инвалидтарҙың тол ҡатындары (ирҙәре), блокадалы Ленинградта йәшәүселәр, һауа һөжүменән һаҡланыу объекттарында һәм оборона ҡоролмалары төҙөлөшөндә эшләгән кешеләр, бәлиғ булмаған фашизм тотҡондары бишәр мең һум аласаҡ.

Тыл хеҙмәтсәндәренә, һуғыш йылдарындағы фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн СССР ордендары һәм миҙалдары менән наградланған кешеләргә, элекке нацистик концлагерҙар, төрмәләр һәм геттоларҙың балиғ булған тотҡондарына бер мең һум күләмендә аҡса түләнәсәк, тип хәбәр иттеләр Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһенең матбуғат хеҙмәтенән.

Бер нисә категория буйынса бер тапҡыр бирелә торған түләү алыуға хоҡуҡлы граждандарға ҙурыраҡ күләмдә бер түләү биреләсәк.

— Беҙҙең республикала 30 меңдән ашыу һуғыш ветераны – 5000 һум күләмендә, 76 меңдән ашыу кеше 1000 һум күләмендә түләү аласаҡ. РФ Президенты Указын тормошҡа ашырыуға йүнәлтелгән средстволарҙың дөйөм күләме Башҡортостанда 230 миллион һум тәшкил итәсәк, — тип комментарий бирҙе Рәсәй Пенсия фонды Идараһы ағзаһы, Рәсәй Пенсия фондының Башҡортостан буйынса бүлексәһе идарасыһы Фоат Хантимеров.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть