Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.24 ↓

EUR 69.65 ↑

18 август, Йома

Уфа   °

Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәрендә Польшанан делегация ҡатнаша

Йәмғиәт

11 майҙа Өфөлә, Башҡорт дәүләт университетында республикала Поляк мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы үтте. Унда ҡатнашыу өсөн республика баш ҡалаһына Польшанан делегация килде, уны Рәсәй Федерацияһындағы Польша Республикаһы Илселегенең Консуллыҡ бүлеге консулы Якуб Герольд етәкләй. Делегация составында Олецко ҡалаһының мәктәпкәсә белем биреү учреждениеһы вице-директоры Данута Паушкт, шулай уҡ поляк теле уҡытыусыһы Хенрика Яхимович, башланғыс кластар уҡытыусыһы Рената Барановская бар.

— Поляк мәҙәниәте көндәре Башҡортостанда беренсе тапҡыр үткәрелмәй, — тип билдәләне Якуб Герольд. – Бында Поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенең эшмәкәрлеге киң йәйелгәнгә күрә, минеңсә, республикала йәшәүсе барлыҡ халыҡ поляк мәҙәниәте менән таныш.

Хенрика Яхимович фекеренсә, Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәрен үткәреү беҙҙең төбәктәр араһындағы дуҫтарса мөнәсәбәттәрҙең яҡшы мөмкинлектәргә эйә булыуын раҫлай.

— Бындай саралар ярҙамында Башҡортостанда йәшәүсе поляктар Польша мәҙәниәте менән яҡындан таныша ала, — тине пани Яхимович. – Польша менән Башҡортостан күп йылдар дауамында хеҙмәттәшлек итә. Ҡасандыр Өфө делегацияһы беҙгә лә визит менән килгәйне. Беҙҙең арала төрлө тармаҡтарҙа, тәү сиратта, мәҙәниәт һәм мәғариф өлкәләрендә булдырылған бәйләнештәр яҡшы һөҙөмтә бирә ала.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть