10 декабрь, Шәмбе

11 май 2012 йыл, 15:13

БР Йәмәғәт палатаһы Рәсәйҙәге сәйәси үҙгәртеп ҡороуҙарҙы хуплай

автор: Марина Шумилова

Башҡортостан Республикаһының Йәмәғәт палатаһы сәйәси партияларҙы теркәү процедураһын ябайлаштырыуға, Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлыҡтарын һайлап ҡуйыуҙы тергеҙеүгә, йәмәғәт структураларының ролен арттырыуға һәм илдең сәйәси системаһын нығытыуға йүнәлтелгән Рәсәйҙәге сәйәси реформаларҙы хуплауын белдерә.

— Башҡортостан Республикаһы ҡануниәтен федераль закондарға ярашлы хәлгә килтереү ваҡытлы һәм сифатлы башҡарылырға тейеш, тип иҫәпләйбеҙ, — тип белдерҙе «Башинформ» агентлығына БР Йәмәғәт палатаһы рәйесе Әсғәт Ғүмәров. — Беҙҙең ҡарашҡа, закон менән билдәләнгән Рәсәй Федерацияһы субъекттары башлығы вазифаһына кандидаттар күрһәтеү тәртибе нигеҙле һәм үҙ биләмәләре һәм ундағы халыҡ менән тығыҙ бәйле лайыҡлы етәкселәрҙе һайлауға булышлыҡ итә. Сәйәси үҙгәртеп ҡороу урындағы үҙидара органдарының әһәмиәтен күтәреүгә килтерәсәк. Был дәүләтте демократлаштырыу бурыстарына ла тап килә. Республика ҡануниәте сәйәси конкурентлыҡты арттырыу һәм граждандар йәмғиәтен артабан үҫтереү өсөн шарттар булдырырға тейеш.

БР Йәмәғәт палатаһы һайлау тураһындағы республика закондарына үҙгәрештәр әҙерләүҙә ҡатнашырға, шулай уҡ уларҙы тикшереү өсөн майҙансыҡ булдырырға әҙер булыуын билдәләй.