Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 56.97 ↑

EUR 62.16 ↓

28 апрель, Йома

Уфа   °

Башҡорт академия драма театры республика буйлап гастролгә сыға

Йәмғиәт

14-17 майҙа Салауат, Ҡыйғы һәм Мәсетле райондарында М.Ғафури исемендәге Башҡорт академия драма театрының гастролдәре үтә.  

Театр труппаһы «Февраль. Буран... Шағир донъяһына сәйәхәт» һәм «Буратино-remake» спектаклдәрен күрһәтәсәк, — тип хәбәр иттеләр «Башинформ» агентлығына Башҡорт драма театрында.

«Февраль. Буран...» спектаклен һайлауҙары осраҡлы түгел. Был — Салауат районында тыуып үҫкән Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың тыуыуына 80 йыл тулыуға арналған уникаль проект. Спектакль Рәми Ғариповтың көндәлектәренә һәм уның тураһындағы хәтирәләргә нигеҙләнгән. Данлыҡлы шағир ижад иткән шиғырҙар һәм йырҙар ҙа башҡарыласаҡ. Спектаклдә бөтә труппа тиерлек ҡатнаша. Рәми ролен ике актер – Фирғәт Ғарипов менән Артур Кәбиров, Надя ролен Ирада Фазлаева башҡара. Шиғырҙарҙы Рәсәй Федерацияһының атҡаҙанған артисы, Башҡортостандың халыҡ артисы Хәмит Яруллин, башҡа танылған сәхнә оҫталары — Хөрмәтулла Үтәшев, Алһыу Бәхтиева, Сәғиҙулла Байегет һәм Светлана Хәкимова уҡый.

Театр шаян йырҙарҙан, дәртле бейеүҙәрҙән һәм тамашасылар һөйөүен яулаған спектаклдәрҙең өҙөктәренән торған ҙур концерт әҙерләй. Артистар Римма Ҡаһарманова, Руслан Хайсаров, Юнир Ҡоланбаев, Илфат Булатов, Ирек Булатов, Урал Әминев, Рәзифә Динмөхәмәтова, Фәнис Рәхмәтов ҡатнаша.

Теги: театр
Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть