11 декабрь, Йәкшәмбе

11 май 2012 йыл, 13:48

Халыҡ-ара ярыштарҙа ҡатнашыу өсөн сит телдәрҙе белгән волонтерҙар йыйыла

автор: Эльмира Сабирова

Башҡортостанда инглиз, испан, француз, немец, ҡытай, япон һәм башҡа сит телдәрҙе белгән волонтерҙарҙы йыя башланылар. Улар 2012-2013 йылдарҙа Өфөлә үтәсәк өс ҙур ярышта – йәйге биатлон буйынса донъя чемпионатында, йәштәр командалары араһында хоккей буйынса донъя чемпионатында һәм VI Ҡышҡы халыҡ-ара балалар уйындарында эшләйәсәк.

БР Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығында аныҡлауҙарынса, 18 йәше тулған һәм унан өлкән, сит телдәр белгән, дисциплиналы, яуаплы һәр Рәсәй гражданы волонтер була ала.

Волонтерҙар рәтенә инергә теләгәндәргә www.mmpsrb.ru сайтында бирелгән анкетаны тултырып, был форманы volonterufa@mail.ru электрон адресына ебәрергә кәрәк. Телефон: 8(347)251-57-19.

темалар: волонтерҙар