Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.63

EUR 61.44

20 февраль, Дүшәмбе

Уфа   °

Өфөлә йәштәрҙең репродуктив һаулығын һаҡлау һәм ғаиләне планлаштырыу мәсьәләләре буйынса ҡыҙыу линия ойошторола

Йәмғиәт

17 майҙа көндөҙгө 3-тән киске 5-кә тиклем Өфөлә йәштәрҙең репродуктив сәләмәтлеген һаҡлау һәм ғаиләне планлаштырыу мәсьәләләре буйынса «Барыһы ла ваҡытында булһын» темаһына ҡыҙыу линия ойошторола. Сараны 5-се балалар поликлиникаһы ҡарамағындағы  «Йәштәргә дуҫтарса мөнәсәбәт һаҡлаусы клиника» менән берлектә  Өфө хакимиәтенең Йәштәр сәйәсәте буйынса комитеты һәм «ИНДИГО» ҡала психологик-медик-социаль оҙатыу үҙәге сығыш яһай.

Үрҙә күрһәтелгән арала (347) 223-22-11 телефоны аша йәштәрҙе ғаилә ҡороуға һәм атай-әсәй булырға әҙерләүгә, сәләмәтлеккә, ғаиләләге психологик климатҡа бәйле һорауҙар бирергә, шулай уҡ социаль-хоҡуҡи проблемалар буйынса консультациялар алырға мөмкин буласаҡ.

Ҡыҙыу линия Башҡортостан Республикаһында Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә үткәрелә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть