Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.93 ↑

EUR 61.25 ↓

28 февраль, Шишәмбе

Уфа   °

«Алтын сапсан» Күмертауҙа тағы бөтә Рәсәй таланттарын йыйҙы

Йәмғиәт

Башҡортостан Республикаһындағы Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылы сиктәрендә Күмертауҙа балалар һәм үҫмерҙәр ижадының икенсе «Алтын сапсан» бөтә Рәсәй фестиваль-конкурсы асылды. Унда Башҡортостандан һәм Рәсәйҙең башҡа төбәктәренән 900-гә яҡын йәш артист һәм оҫта ҡатнаша.

11-12 майҙа хореография, вокал, биҙәү-ҡулланма сәнғәт һәм инструменталь башҡарыу кеүек дүрт номинацияла ижади ярыш үтә. 13 майҙа гала-концерт үткәреләсәк һәм фестивалгә йомғаҡ яһаласаҡ.

Беренсе «Алтын сапсан» бөтә Рәсәй балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсы Күмертауҙа 2011 йылда үтте, унда 800-ләгән кеше ҡатнашты. Күмертауҙа бындай фестиваль үткәреү идеяһы 2011 йылдың ғинуарында ҡаланың «Контраст» бейеү ансамбленең «Европа өмөттәре» халыҡ-ара балалар һәм үҫмерҙәр ижады фестиваль-конкурсында еңеүенән һуң тыуҙы.  

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть