6 декабрь, Шишәмбе

11 май 2012 йыл, 13:23

Төбәк журналистары араһында тимер юлға бәйле иң яҡшы материалға конкурс иғлан ителде

автор: Любовь Колоколова

Рәсәй тимер юлдарының 175 йыллығын байрам итеү сиктәрендә 2012 йылдың 10 майынан 1 октябренә тиклем «Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте төбәк матбуғаты журналистары араһында тимер юл тураһындағы иң яҡшы материалға конкурс үткәрә.

Төбәк киң мәғлүмәт сараларының (гәзит-журналдарҙың, интернет-баҫмаларҙың, телевидение һәм радионың) журналистары конкурста ҡатнашыуға саҡырыла.

Конкурста өс номинация күрһәтелгән: «Иң яҡшы материал» (1, 2, 3 урын), «Гран-при» һәм «Теманы яҡтыртыуға үҙенсәлекле ҡараш». Конкурста еңеүселәр аҡсалата бүләктәр аласаҡ.

Рәсәй тимер юлдары тарихын популярлаштырыу, тимер юл транспорты инфраструктураһын яңыртыу, үҫтереү, инновациялар индереү, пассажирҙарҙы хеҙмәтләндереү сифатын күтәреү темаларын яҡтыртыу – конкурстың төп маҡсаты.

«Рәсәй тимер юлдары» асыҡ акционерҙар йәмғиәте сайтының «Пресс-центр» бүлегендә, «Журналистарға» блогында, конкурс тураһында өҫтәмә мәғлүмәт алырға һәм положениеһы менән танышырға мөмкин.