9 декабрь, Йома

11 май 2012 йыл, 12:46

«Селигер»ҙа ҡатнашасаҡ Башҡортостан делегацияһы өсөн иң яҡшы эмблемаға конкурс иғлан ителде

автор: Эльмира Сабирова

Республиканың Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы «Селигер» бөтә Рәсәй йәштәр форумында ҡатнашасаҡ Башҡортостан делегацияһы өсөн иң яҡшы эмблемаға конкурс иғлан итте.

Ижади бәйгелә теләгән һәр кем ҡатнаша ала. Ведомствонан асыҡлауҙарынса, конкурс материалдарын ҡараған ваҡытта тәү сиратта эмблеманың үҙенсәлеге, милли һыҙаттарҙың булыуы иҫәпкә алынасаҡ.

Эштәр 25 майға тиклем Өфө ҡалаһы, Ленин урамы, 10 адресы буйынса 24-се бүлмәлә йәки rdmrb@mail.ru электрон почтаһы буйынса ҡабул ителә. Телефон: 8(347)251-57-19.

Иң яҡшы эш авторы диплом һәм ҡиммәтле бүләк аласаҡ, ә уның эмблемаһы форумға июлдә юлланасаҡ Башҡортостан делегацияһы атрибутикаһында сағылыш табасаҡ.

Иҫегеҙгә төшөрәбеҙ, 2011 йылда «Селигер» йәштәр форумында Башҡортостандан 100-ҙән ашыу кеше ҡатнашҡайны. Сара тураһында тулыраҡ мәғлүмәт www.forumseliger.ru сайтында урынлаштырылған.