3 декабрь, Шәмбе

11 май 2012 йыл, 12:19

Өфөлә «Тыуған ер батырҙары» конкурсында еңеүселәр билдәләнде

автор: Розалия Вәлиева | фото: Андрей Старостин

«Тыуған ер батырҙары» республика патриотик йырҙар конкурсының гала-концерты Өфөнөң Конгресс-холында үтте. «Яңғыҙ йырлау» номинацияһында – Айниз Ханов, «Вокаль ансамбль» номинацияһында Башҡорт дәүләт аграр университетының «Йәшлек» ансамбле Гран-при яуланы.

Бәйгелә йәмғеһе 150-нән ашыу кеше ҡатнашты. Ҡатнашыусыларҙың ижадына Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Гүзәл Измайлова, режиссер Лилиә Иванова һәм Башҡорт дәүләт опера һәм балет театры солисы Руслан Хәбибуллин баһа бирҙе.

Гала-концертта 26 билдәле йыр яңғыраны. Һуғыш йылдары йырҙарын «Светлая седмица» ансамбле, 3-сө балалар музыка мәктәбенән Даниил Хәкимов, Өфөнөң 2-се педагогия колледжы студенттары, «Йәйғор» үҫмерҙәр клубынан Елена Шәйҙуллина башҡарҙы.