Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 57.42

EUR 61.86

26 март, Йәкшәмбе

Уфа   °

Ҡырмыҫҡалы районында өй ҡыйығын йәшен һуҡҡан

Йәмғиәт

Кисәге йәшенле ямғыр арҡаһында Ҡырмыҫҡалы районында янғын сыҡҡан. Төтөн еҫен тойоп, йорт хужабикәһе верандаға сыҡҡан һәм ҡыйыҡты ут ялмауын күргән. Биш һәм өс йәшлек улдары менән килене был арала өйҙә булған. Юрғанға төрөп, әсәһе менән өләсәһе балаларҙы йорттан алып сыға һәм шунда уҡ янғын һүндереүселәрҙе саҡыра. Янғын сыҡҡан ергә беренсе булып ирекле янғын һүндереүселәр килгән һәм, профессиональ бригада килеп еткәнсе, утты таралыуҙан тотоп торған, һуңғылары янғынды тотош һүндереүгә ирешкән. Зыян күреүселәр юҡ, ә ҡыйыҡты ремонтларға тура киләсәк, тип хәбәр иттеләр РФ Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының БР буйынса Баш идаралығының матбуғат хеҙмәтендә.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb" -->
закрыть