Уважаемый пользователь, Вы пользуетесь устаревшим браузером, который не поддерживает современные веб-стандарты и представляет угрозу вашей безопасности. Для корректного отображения сайта рекомендуем установить актуальную версию любого современного браузера:

Прочитать в мобильной версии сайта

БАШ

USD 59.03 ↓

EUR 69.59 ↓

23 август, Шаршамбы

Уфа   °

11 майҙа Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре башлана

Йәмғиәт

Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре сиктәрендә Башҡортостанда Поляк мәҙәниәте көндәре асыла. Быйыл улар «Яңырыу» поляк мәҙәниәте һәм мәғарифы үҙәгенә 15 йыл тулыуға, Имен бала саҡ һәм ғаилә ҡиммәттәрен нығытыу йылына һәм Польшала иғлан ителгән Януш Корчак йылына арнала.

11-16 майҙа үтәсәк Польша мәҙәниәте көндәрен асыу тантанаһы Башҡорт дәүләт университетында уҙғарыла. Унда Польша Республикаһы Варминск-Мазурск воеводалығы Олецко ҡалаһында урынлашҡан мәғариф учреждениелары вәкилдәре ҡатнаша.

Бөгөн үк Благовещен районында XIX быуат аҙағы — XX быуат башында поляктар ерләнгән элекке зыярат урынында иҫтәлекле билдә асыу тантанаһы була.

12 майҙа Өфө районы Октябрьский ауылының урта дөйөм белем биреү мәктәбендә билдәле поляк педагогы, яҙыусы, табип һәм йәмәғәт эшмәкәре Януш Корчакка бағышланған асыҡ дәрес үтә. Дәрестән һуң, йола буйынса, Януш Корчак иҫтәлегенә күккә ҡағыҙ осорғос ебәрелә. Бынан һуң Вольдзики тигән поляк ауылы иҫтәлегенә мәктәп янында урынлашҡан мемориаль таҡтаташҡа сәскәләр һалыу тантанаһы була.

13 майҙа Поляк мәҙәниәте көндәре сиктәрендә «Йылмайыу бүләк ит!» хәйриә акцияһы үтә. Сарала ҡатнашыусылар Өфө районы Михайловка ауылындағы балалар һәм үҫмерҙәр өсөн приютҡа бара. Шул уҡ көндө 17-се балалар китапханаһында уҡытыусылар һәм студенттар өсөн поляк теле һәм фольклоры буйынса методик курстар уҙғарыла. Бында Польшаға арналған музей ҙа эшләп килә.

14 майҙа М.Аҡмулла исемендәге башҡорт дәүләт педагогия университетында юғары уҡыу йорто һәм Олецко ҡалаһы хакимиәте араһындағы хеҙмәттәшлекте үҫтереүгә арналған түңәрәк өҫтәл үтә.

16 майҙа Польша ҡунаҡтары Краснокама районы Николо-Березовка ауылындағы «Никольский храм» тарихи-мәҙәни үҙәгенә бара.

Яндекс цитирования
Рейтинг ресурсов "УралWeb"
закрыть