9 декабрь, Йома

11 май 2012 йыл, 10:59

Күгәрсен районында ике яңы ФАП асылды

автор: Марина Шумилова

Күгәрсен районының ике тораҡ пунктында — Семиречье утары менән Түбәнге Һаҙ ауылында фельдшер-акушерлыҡ пункттары асылды (ФАП).

Семиречьелағы ФАП-ты асыу тантанаһында Күгәрсен районы хакимиәте башлығы Фәрит Мусин төҙөүселәргә, бинаны күтәреүҙә әүҙем ҡатнашҡан ауыл халҡына рәхмәт белдерҙе. Айырыуса тырышлыҡ күрһәткәндәргә район хакимиәтенән рәхмәт хаттары һәм иҫтәлекле бүләктәр тапшырылды.  

— Медицина — халыҡтың имен йәшәйешен тәьмин итеүҙәге мөһим фактор, — тип билдәләне Фәрит Мусин. — ФАП-тар төҙөүҙән тыш, районда Йомағужа ауылындағы инвалидтар йортон реконструкциялау, Мораҡта балалар баҡсаһы төҙөү кеүек башҡа күләмле төҙөлөш эштәре лә алып барыла. Төҙөүселәр алдында тағы бер мөһим бурыс — Семиречьелағы ауыл клубын реконструкциялау бурысы тора. Бөгөнгө көндә Күгәрсен, Побоище ауылдарында ла ошондай уҡ эштәр алып барыла.

Бөгөн Күгәрсен районында 52 фельдшер-акушерлыҡ пункты, биш ауылда амбулатория, Үҙәк район дауаханаһы бар, уларҙа 58 табип һәм 270 урта медицина персоналы хеҙмәткәре эшләй. Районда дауалау-профилактика учреждениеларының матди-техник базаһын нығытыуға етди иғтибар бирелә. 2011 йылда бөтөн кәрәкле медицина ҡорамалдары менән йыһазландырылған Тәүәкән амбулаторияһы файҙаланыуға тапшырылған. Сирбай фельдшер-акушерлыҡ пунктында капиталь ремонт һәм тағы ун ФАП-та ағымдағы ремонт эштәре үткәрелгән.

темалар: һаулыҡ һаҡлау