5 декабрь, Дүшәмбе

11 май 2012 йыл, 10:37

Мәшһүр бейеүсе Рәшиҙә Туйсина 70 йәшлек юбилейын билдәләй

автор: Владимир Романов

Мәшһүр бейеүсе, Рәсәйҙең атҡаҙанған артисы, Башҡортостан Республикаһының халыҡ артисы, Салауат Юлаев һәм Ғ.Сәләм исемендәге премиялар лауреаты Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Туйсина быйыл үҙенең 70 йәшлек юбилейын билдәләй.

Бейеүсе 1942 йылдың 10 майында Башҡортостан Республикаһы Баймаҡ районы Сыңғыҙ ауылында тыуған.

Бала сағынан Рәшиҙә Туйсина халыҡ йырҙарына һәм бейеүгә ғашиҡ, мәктәптең художестволы үҙешмәкәрлегендә әүҙем ҡатнаша. Урта мәктәпте тамамлағандан һуң, бында пионервожатый булып эшкә ҡала. 1960 йылда Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы Өфөгә пионервожатыйҙар курсына килә. Бында Фәйзи Ғәскәров етәкселек иткән Башҡорт дәүләт халыҡ бейеүҙәре ансамбленә бейеүселәр йыйыу тураһында иғлан ишетә. Конкурста үҙе яратып бейегән «Заһиҙә»не башҡара. Ансамбль етәксеһе Фәйзи Ғәскәров тал сыбығындай нәҙек, һомғол буйлы йәш ҡыҙҙың киләсәктә башҡорт бейеүе сәнғәтенең ынйыһы буласағын төҫмөрләп ҡала һәм ансаблгә саҡыра.

Рәшиҙә Туйсина Башҡортостан Республикаһының халыҡ бейеүҙәре ансамблендә 27 йыл дауамында эшләй. «Заһиҙә», «Гөлнәзирә», «Зарифа», «Шаян ҡыҙҙар», «Көйәнтә», «Бишбармаҡ» һәм башҡа бейеүҙәрҙә сағыу образдар булдыра.

Виртуоз ҡурайсы һәм йырсы Ишмулла Дилмөхәмәтов менән бер нисә музыкаль номер әҙерләй. Был уникаль дуэт 1968 йылда София ҡалаһында уҙғарылған IX Бөтә донъя йәштәр фестивалендә ҡатнашып, лауреат исемен һәм алтын миҙал яулай. Ижади союз Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһына лайыҡ була.

Тиҫтәләгән йылдар эсендә бейеүсе барлыҡ Советтар Союзын тиерлек урап сыға, Азия, Африка һәм Европа илдәрендә була.

Рәшиҙә Ғилметдин ҡыҙы бөгөн дә республиканың ижтимағи тормошонда әүҙем ҡатнаша, йәш бейеүселәр менән йыш осраша, тәжрибә уртаҡлаша. «Байыҡ» республика халыҡ бейеүҙәре конкурсында жюри рәйесе лә. Тыуған яғы — Баймаҡ районы менән дә бәйләнештәрҙе өҙмәй, яҡташтары менән йыш осрашып тора.

темалар: юбилейҙар